- Жанр
- Эстрадная музыка
- Краткое описание
- Написано 2018г
- Теги
- Лицензия
-
- Над треком работали
- Ринат Хафизов,Азат Амирханов
- Автор музыки
- Разида Ахметова
- Автор текста
- Фануза Зулькарнеева
- Исполнитель
- Разида Ахметова
- Описание
- Эстрада
- История создания
- 2018
- Альбом
- Razida Akhmetova
- Студия
- Ринат Хафизов,Азат Амирханов
- Текст
- ҒҮМЕР
Рәзидә Әхмәтова көйө
Фәнүзә Зөлҡәрнәева-Нәбиуллина шиғыры
Үткән ғүмерем үкендермәй,
Һағышҡа ғына һала.
Алға өмөт менән бағып,
Күңел үткәндә ҡала.
Үткән ғүмерем үкендермәй,
Үткәндәрҙә – һағышым.
Бала сағым – наҙлы яҙым,
Йәшлегем - йәй балҡышы.
Бала сағым йөрөй төҫлө
Һаман йәшенмәк уйнап.
Йәшлегем йүгерә кеүек,
Йәшел болондар буйлап.
Үткән ғүмерем үкендермәй,
Үткәндәрҙә – һағышым.
Бала сағым – наҙлы яҙым,
Йәшлегем -йәй балҡышы.
Алтын көҙгә атлап барам
Эргәмдә – балаларым.
Күңелемдә – бөтмәҫ шатлыҡ,
Алтындан – хыялдарым.
Үткән ғүмерем үкендермәй,
Үткәндәрҙә – һағышым.
Бала сағым – наҙлы яҙым,
Йәшлегем - йәй балҡышы.