- Жанр
- Эстрадная музыка
- Лицензия
-
- Автор музыки
- Риф Арслан
- Автор текста
- Риф Мифтахов
- Исполнитель
- Разида Ахметова
- Текст
- БӘХЕТ ИЛЕ
Риф Арыҫлан көйө
Риф Мифтахов шиғыры
Тамсыға тамсылар йыйыла,
Йылғалар йылғаға ҡушыла.
Парлашып осоусы ҡоштарҙың
Ҡанаты – шатлығы ҡуш була.
Ҡушымта:
Мөхәббәт һәм бәхет күрергә
Тыуған ул һәр кеше был ергә.
Шатлыҡты, һағышты бүлергә
Ғүмергә булайыҡ гел бергә!
Күңелдәр күңелгә һыйына,
Йөрәктән йөрәктәр йылына.
Икәүләп үтелгән юл менән
Ике йән бәхеткә юлыға.
Ҡушымта
БӘХЕТ ЮЛЫ
Мәхмүт Нәҙершин көйө
Риф Мифтахов шиғыры
Тамсыға тамсылар йыйыла,
Йылғалар йылғаға ҡушыла.
Парлашып осоусы ҡоштарҙың
Ҡанаты – шатлығы ҡуш була.
Ҡушымта:
Күңелдәр күңелгә һыйына,
Йөрәктән йөрәктәр йылына.
Икәүләп үтелгән юл менән
Ике йән бәхеткә юлыға.
Мөхәббәт һәм бәхет күрергә
Тыуған ул һәр кеше был ергә.
Шатлыҡты, һағышты бүлергә
Кил иркәм, атлайыҡ гел бергә!
Ҡушымта