RealMusic
Жанр
Фолк
Жанр
Фолк
Лицензия
Автор музыки
Разида Ахметова
Автор текста
Зухра Утягулова
Исполнитель
Разида Ахметова
Текст
Һыу юлы
Зугра Утягулова хуззэре
Рэзидэ Эхмэтова койо
Оло шатлыҡ төшә, ҡоҙоғом,
Тапшырыр бүләктәр төрөлгән.
Һыу юлы башлайҙар киленгә,
Ҡунаҡты ҡаршыла бөгөндән.

Һыу юлы, һыу юлы, һыу юлы,
Кемдәрҙе һынайһың был юлы?

Рөхсәт кенә бирсе, ҡоҙоғом,
Алырға көмөштәй һыуыңды.
Йәш килен килгән бит оторға
Шатлыҡҡа мансылған йырыңды.

Һыу юлы, һыу юлы, һыу юлы,
Кемдәрҙе һынайһың был юлы?

Килен сәйе ауыҙ итерҙәр,
Тәмен маҡтап бөтә алмаҫтар.
Һыу юлында, килен, һынатма.
Көйәнтәләр- һынмаҫ ҡанаттар.

Һыу юлы, һыу юлы, һыу юлы,
Кемдәрҙе һынайһың был юлы?