RealMusic
Жанр
Фолк
Жанр
Фолк
Теги
Лицензия
Автор музыки
Разида Ахметова
Автор текста
Гали Валиуллин
Исполнитель
Разида Ахметова
Текст
Яратыуҙың ғонаһы юҡ
Гали Валиуллин һүҙҙәре
Рәзидә Әхмәтова көйө
1.Яратыуҙың бер ҙә гонаһы юҡ:
Хоҙай бирә һөйөү нурҙарын.
Яратыуһыҙ кеше доньяһы юҡ,
Яңғыҙ үтмә йәшәү юлдарын.
Ҡушымта:
Яратыуҙың бер ҙә гонаһы юҡ,
Саф күңелгә донья шатлана.
Яратыуһыҙ йырҙың моңдары юҡ,
Мөхәббәттән донья башлана.
2. Яратыуҙың бер ҙә гонаһы юҡ,
Ҡайнар хистән донья яралған.
Яратыуһыҙ һыуҙар тәмһеҙләнә,
Бар Йыһанға был хис таралған.
Ҡушымта:
3. Яратыуҙың бер ҙә гонаһы юҡ,
Яратыу – ул илдең терәге.
Яратышып ерҙә ғүмер итеү –
Һәр кешенең изге теләге.
Ҡушымта: