- Жанр
- Эстрадная музыка
- Лицензия
- 
                                                              
- Автор музыки
- Разида Ахметова
- Автор текста
- Якуп Колмой
- Исполнитель
- Разида Ахметова
- Текст
- Мөмкин түгел
 Я.Колмой һүз.
 Р.Әхмәтова көйө
 1.Таңды ҡотлап ҡоштар һайрашҡанда
 Йөрәгемдә дәртле моң ҡала.
 Йырһыҙ йәшәү мөмкин түгел икән,
 Шул йыр һымаҡ матур доньяла.
 2.Ҡайҙа барһаң,шунда дуҫ – иш кәрәк,
 Дуҫ булғанда йөҙөң нурлана.
 Бойоҡҡан ҡош һымаҡ,дуҫһыҙ йәшәү
 Мөмкин түгел яҡты доньяла.
 3.Һөйгән иркәң бер йылмайһа һиңә,
 Борсолоуың эҙһеҙ юғала.
 Мөхәббәтһеҙ йәшәү мөмкин түгел,
 Мөхәббәтле ошо доньяла.