RealMusic
Жанр
Фолк
Жанр
Фолк
Теги
Лицензия
Автор музыки
Разида Ахметова
Автор текста
Фануза Зулькарнеева
Исполнитель
Разида Ахметова
Текст
Ирәмәлкәй тауы,һай,бейек
Фәнүзә Зөлҡәрнәева-Нәбиуллина.
Р.Әхмәтова көйө
1.Ирәмәлкәй тауы,һай,бейек!
Үрҙәренә менһәң һин-бөйөк!
Туғайында үҫкән төҙ ҡурай,
Моңға һалып та йырға урай.
Уйна ҡурай,күңел наҙында
Йырға һалып,шишмә ағыла.

2.Ирәмәлкәй тауы,һай,бейек!
Күңелдәрең һинең саҡ бойоҡ.
Өҙҙөрт ҡурай ,йөрәк ҡылдарын,
Уйна ҡурай, йәшлек моңдарын.
Уйна ҡурай,күңел наҙында
Йырға һалып, шишмә ағыла.

3.Ирәмәлкәй тауы,һай,бейек!
Гүзәллекте күреп,ал бейеп.
Ҡурай моңо аҡһын һуҙылып,
Сыҡҡан кеүек ҺӨЙӨҮ урғылып.
Уйна ҡурай,күңел наҙында
Йырға һалып,шишмә ағыла!..